RSS-подписка Вконтакте Вконтакте
» » Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул

20.08.2019 Бур ҡорбаны булмаҫ өсөн 6 ысул

Бурҙар күп. Уларҙан да бигерәк асығауыҙҙар күп. Түбәндәге саралар, моғайын, һеҙгә ярҙамсы була алыр.

Өйҙән сыҡҡанда утты һүндермәү

Ҡараҡтар тәҙрәгә ҡарап ҡына йөрөй. Шуға ла кисен үҙегеҙ өйҙән сыҡҡанда утты һүндермәү яҡшыраҡ булыр.
Ә оҙайлы ялда булғанда ни эшләргә, тиерһегеҙ. Баҡһаң, таймерлы розеткалар һатыла икән. Шуны алығыҙ ҙа, кисен бер-ике сәғәткә тоҡанырлыҡ итеп ҡуйып китегеҙ.

Почта йәшниген буш тотоу

Бурҙар почта йәшнигенә лә күҙ һалыусан. Ул тулы булһа, тимәк, хужалар өйҙә юҡ. Оҙаҡҡа китһәгеҙ, күршегеҙгә асҡысын бирегеҙ, йәшникте бушатып торһон.

Социаль селтәрҙә һаҡ булыу

Әлбиттә, бөгөн һәр кемдең социаль селтәрҙә сәхифәһе бар һәм ул унда маҡтанып алырға ла ярата. Маҡтанмаған хәлдә лә, фотоға төшөргә ярата. Йә алтындарын тағып, йә бай фатирын күрһәтеп. Адресығыҙҙы нисек табалармы? Шулай булыуы ла мөмкин: сәхифәгеҙҙәге берәй дуҫығыҙҙан ипле генә итеп һораясаҡтар.

Кафела “байлығыңды” күрһәтмәү

Кафе-фәләнгә йөрөргә яратһағыҙ, һаҡ булырға ла өйрәнегеҙ. Сөнки бурҙар бында етерлек. Телефонығыҙҙы янығыҙға һалмағыҙ – сумканан сығармау яҡшыраҡ. Ғөмүмән, сумкағыҙҙы ҡарап ҡына тороғоҙ.

Сиратта көшөлөгөңдө һәм картаңды һаҡлау

Беҙҙең илдә иң зиҡытҡа тейгәне нимә, беләһегеҙҙер? Эйе, сираттар. Бурҙар бында ла эшләй. Улар банкомат янында ла була: картағыҙҙы ҡапларға өйрәнегеҙ. Касса тирәһендә көшөлөгөгөҙҙө оҙаҡ асып тормағыҙ: бурҙың ҡулы ла оҙон, күҙе лә үткер.

Сумкаңды яурыныңа арҡыры аҫып, гел алдыңда тотоу

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яратҡан сумочкаларында нимә генә юҡ! Уны яурынға аҫыпмы, беләккә тағыпмы йөрөгәндә лә һаҡ булыу кәрәк. Иң яҡшыһы – яурын аша арҡыры тағып, күҙ алдыңда тотоу. Бур транспортта йә әлеге лә баяғы сиратта сумканың ҡайышын ҡырҡып алырға ярата. Онотмағыҙ!




Автор: Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
Фото: vk.com.






Оҡшаш яңылыҡтар



Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы

05.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Юлаевсылар мәргәнлеген иҫбатланы


Силәбе командаһы Латвия белгесенән баш тартты

Мексика бокссыһы Ковалевты ауыр нокаутҡа ебәрҙе

"Зенит" клубы үҙенә Миранчуктарҙы  ҡоҙаламаҡсы

“Өфө” командаһы лидерҙан бер мәрәй тартып алды

Регби буйынса донъя чемпионы булып Көньяҡ Африка командаһы танылды

Рәсәйҙә легионерҙар кәмене

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Рәсәйҙә легионерҙар кәмене


Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...

02.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Аҡсаң булһа, бар ергә лә юл асыҡ...


Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Черчесов тәрбиәләнеүселәренә ышана


Яҡташыбыҙға Губерниев булды ни булманы ни, барыбер...

Лайыҡлы алмаш үҫеп килә

01.11.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Лайыҡлы алмаш үҫеп килә


Юлаевсылар Көнбайыштан ике генә мәрәй менән ҡайтты

Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Арҙаҡлы яҡташтарыбыҙға арналды


Башҡорт ҡымыҙы Аравия ярымутрауына китерме?

Өфө табиптары Сибайҙа күҙгә операция яһай

Саҡ туңып үлмәгән

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Саҡ туңып үлмәгән


Өс аҙналыҡ үле сабыйын буш шешәләр араһынан табып алған

Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йөрәктән-йөрәккә йылы өләшеп


Рәсәйгә наркотиктар индереүсе төп ил ниндәй?

Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Зәйнетдиновтарҙың сираттағы еңеүе


Билдәле биатлонсы ветерандарға ярҙам ҡулы һуҙҙы

Урманда 20 йыл элек үлгән кешенең  баш һөйәге ятҡан

Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан

31.10.2019 - Яңылыҡтар таҫмаһы Йәнә фажиғә, йәнә ҡорбан


«Өфө»ләргә саҡ ҡына тәжрибәлек етеңкерәмәне