20.08.2019 Владимир Путин протест акциялары тураһында һөйләне
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Рәсәй Президенты бөгөн Францияла. Уны Эммануэль Макрон саҡырған.
Яҡшы ғына ҡаршы алғандар шикелле. Һөйләшеү темалары күп яҡлы ине. Шуларҙың береһендә Владимир Путин һуңғы көндәрҙә Мәскәүҙә булған протест акциялары хаҡында ла телгә алды.
- Граждане страны имеют право на мирные протесты, но никто не может нарушать закон и доводить ситуацию до столкновений, - тине Президент. - Все, кто виновен в нарушениях, должны быть привлечены к ответственности. Власти будут делать все, чтобы политическая ситуация в стране развивалась в рамках закона.
Ишеткәнһегеҙҙер, июлдән бирле илебеҙҙең баш ҡалаһында Мәскәү ҡала думаһына депутаттар һайлауға бәйле күп кеше ҡатнашҡан акциялар үтә. Оппозиция ойоштора инде.
Рөхсәт ителмәгән урам йыйындарынан һуң, РФ Тәфтиш комитеты енәйәт эше лә асҡан. Властар менән килешелмәгән акцияны ойоштороусылар яуаплылыҡҡа тарттырыла.
Макрон менән әңгәмәһендә Владимир Путин Франциялағы "һары жилетлылар" митингыһын да иҫкә төшөрҙө. Унда үлеүселәр ҙә булғайны.