19.08.2019 Радий Хәбиров: Бының менән шаярмағыҙ, был - һеҙҙең төп эш йүнәлештәренең береһе
Август башынан республика муниципалитеттарында бөтәһе 189 "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" үтергә тейеш ине.
Бөгөн республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә Радий Хәбиров белдереүенсә, был маҡсатлы сәғәттәрҙең яртыһы тиерлек үткәрелмәгән.
Күбеһендә сәбәптәре шул: эшҡыуарҙарҙан проекттар буйынса ғаризалар килмәгән, хакимиәт башлығы Өфөгә киткән, инвеступолномоченный отпускта булған.
БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров әйтеүенсә, "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" Ағиҙел ҡалаһында, Әбйәлил, Бөрйән, Иглин, Кушнаренко, Миәкә, Шишмә, Яңауыл райондарында үткәрелмәгән.
"Хөрмәтле, район һәм ҡала башлыҡтары, һеҙҙең бына ошондай яуапһыҙлығығыҙ бизнес берлегендә кире фекерҙәр тыуҙыра", - тине Радий Фәрит улы һәм ул эшҡыуарҙар яҙған ялыуҙарҙы уҡып ишеттерҙе.
"Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ("Инвестиция сәғәте") йүнләп үткәрелмәгән төбәктәр күп. Краснокама, Стәрлетамаҡ райондарында ла быға иғтибар юҡ.
Республика етәксеһе тағы берҙе ҡабатланы: "Һәр муниципалитет башлығы кесе йома һайын "Эшҡыуарлыҡ сәғәте" ("Инвестиция сәғәте") үткәрергә тейеш. Был мотлаҡ. Үткәрмәү сәбәбе берәү-икәү генә булыуы мөмкин - йә отпукта йә командировкала. Сараны тик башлыҡ үҙе үткәрә, ә урынбаҫарҙар түгел. Тағы шуныһы: хакимиәт башлығы эшҡыуарҙың килгәнен көтөп ултырырға тейеш түгел, ә үҙе йүнселдәрҙе эҙләргә тейеш. Әгәр эшҡыуарҙарҙан ғариза юҡ икән, тимәк, һеҙ эшләмәйһегеҙ, тип уйларға ҡала", - тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе һәр аҙна сараны үткәрергә ҡушты һәм бының муниципалитеттар башлыҡтарының төп эш йүнәлештәренең береһе булыуын белдерҙе.