19.08.2019 Владимир Путинды Европаға саҡырҙылар
Bonjour, Владимир Путин! Рәсәй Президенты бөгөн Францияла буласаҡ.
Ил башлығын Франция Президенты Эммануэль Макрон саҡырғайны.
Осрашыуҙа (Франция Көнбайыштың көнбайышында булғас, моғайын, беҙҙеңсә кискә генә осрашырҙар) ике яҡтың сәйәси, сауҙа, иҡтисади, мәҙәни, гуманитар өлкәләге хеҙмәттәшлеге мәсьәләләре ҡараласаҡ. Шулай уҡ халыҡ-ара хәл-әхүәлдәр буйынса фекер алышыуҙар күҙалланған.