14.08.2019 Кеше ғәмһеҙлеге арҡаһында малҡайҙар үлгән
Ғафури районында оҙаҡҡа һуҙылған ямғырҙар арҡаһында 15 һыйыр малы үлгән.
Юлыҡ ауылы янында Еҙем йылғаһы аша бетон күперҙе ремонтлағандар. Кеше-маҙар, машина үтһен өсөн янына ағастан ҡорғандар һәм уның янынан буйлатып мал көтөүгә йөрөгән.
Ямғыр мәлендә һыу күтәрелгән, ағым да көсәйгән. Һөҙөмтәлә малдар йылғанан сыға алмаған һәм ағас күпер аҫтына инеп киткән. Улар бер нисә көн дауамында шунда булған, хәлдәре бөтөп сәсәп тонсоҡҡандар. Был хәлде кешеләр аҙаҡтан ғына күреп ҡалған.
Юлыҡта йәшәүсе Фәнзил Сәфәрғолов әйтеүенсә, һыйырҙарҙы ағым күпер аҫтына илткән һәм улар сыға алмаған. 3-4 августа һыйыр һәм ике башмаҡ нисектер тотҡондан ысҡына алған. Кешеләр аҙаҡтан ғына был фажиғәне күреп ҡалған.
Кеше ғәмһеҙлеге арҡаһында үлгән малҡайҙар йәл.