13.08.2019 Эҫе килә!
Был донъяла һәр нәмә ваҡытлыса. Тәбиғәттең насар көнө юҡ, ти халыҡ аҡылы. Ниһайәт, йылытасаҡ, тип фаразлай синоптиктар.
Беҙ инде йәй менән хушлашып та бөткәйнек. Баҡһаң, эҫе көндәр запасы ҡалған икән дә!
Насип булһа, был аҙнала, йәғни, аҙна уртаһына, ә бәлки, аҙағына, йылытып ебәрер. Шортик-фәләндәрегеҙҙе, елгә елпелдәгән күлдәктәрегеҙҙе алыҫҡа йәшермәй торһағыҙ ҙа була.
Иртәгә, иртәнән һуңға (14 - 15) бер аҙ болотлап, илаңҡырап торһа ла, көн унан һуң эҫей. Һауа температураһы +25, урыны менән +28-гә етеүе ихтимал. Бер нисә көн шулай торасаҡ. Эшләйһе эштәрегеҙҙе эшләп ҡалығыҙ. Унан көҙ әкренләп үҙен һиҙҙерер.
Борсолмағыҙ, әбейҙәр сыуағы ла бар бит әле...