09.08.2019 Онколог: Яман шештең төп билдәһе етәү
Бигерәк яман шул ауырыу. Йыш ҡына ҡапыл килеп сыға ла...
Эйе, рак тураһында һүҙ. Уның билдәләре төрлө. Организмындағы һәр ғәҙәти булмаған үҙгәреш кешене һағайтырға тейеш. Оҙаҡ йүткереүҙең, эскәлектәрҙәге проблеманың да яман шешкә әйләнеүе ихтимал.
Д. Рогачев исемендәге балалар гематологияһы, онкология һәм иммунология үҙәгендә клиник онкология бүлексәһенең баш ғилми хеҙмәткәре Сергей Абашин иң тәү сиратта ете билдәгә (симптомға) иғтибар итергә ҡуша:
- тәндең теләһә ҡайһы ерендә ҡатҡыл урын барлыҡҡа килеү
- ҡан китеү йә башҡа бүлендектәр
- оҙаҡ уңалмаған йәрәхәттәр
- тауыштың ҡарлығыуы, оҙайлы йүткереү
- аш һеңдереүҙең ауырлашыуы
- йотҡанда ҡыйын булыу
- сөйәлдә йә миңдәрҙәге үҙгәрештәр
Быларҙың барыһы ла яман шештең тәүге сигналы булыуы мөмкин. Табипҡа барыуҙы һуҙып йөрөмәгеҙ!