13.08.2019 “Юлдаш”ҡа нисек реклама бирергә?
“Юлдаш” радиоһына мөрәжәғәт итеүселәр араһында: “Рекламаны һеҙгә нисек бирергә була?” – тип һораусылар етерлек. Күптәр төрлө мәғлүмәтте интернет селтәрҙәрендә эҙләүгә күсһә лә, радио аша яңғырағанының үҙенә күрә өҫтөнлөгө бар.
Күҙҙәргә ҡарағанда, ҡолаҡтар аша беҙ мәғлүмәтте тиҙерәк ҡабул итәбеҙ. Иҫтә ҡалдырыуға килгәндә лә, ишеткән әйбер хәтерҙә 45 секунд тирәһе һаҡлана, ә күҙҙәргә салынғаны, кәрәге юҡ, тип һаналһа, бер секундтан һуң онотола башлай. Ғалимдар фекеренсә, яңы тауарҙарҙың ыңғай сифаттары матур һүҙҙәр аша күңелгә яҡын тауыш менән әйтелһә, беҙ тиҙерәк ышанабыҙ һәм ҡабул итәбеҙ.
Радио аша бирелгән мәғлүмәттең тағы бер отошло яғы – ул тыңлаусыларҙың радионы махсус рәүештә түгел, ә нимә менәндер мәшғүл булғанда – эштә, рулдә, йорт-мәшәҡәттәре менән булышҡанда – тыңлауы. Был ваҡытта мәғлүмәт еңел ҡабул ителә.
“Юлдаш”та, башҡа бик күп радиостанцияла кеүек үк, иртәнге, төшкө, киске эфир популяр. Шул уҡ ваҡытта, беҙҙе тәүлек әйләнәһенә тыңлаусы дуҫтарыбыҙҙың күп булыуы арҡаһында, көн барышында төрлө ваҡытта сыҡҡан мәғлүмәт тә үҙ тыңлаусыһын табып бара. Һауа торошо, яңылыҡтар сыҡҡан мәлдә бирелгәне һөҙөмтәле, уйын формаһындағы, көтөлмәгән фекер менән байытылғаны хәтерҙә нығыраҡ ҡала. Хаҡтарға килгәндә, “Юлдаш” радиоһын Башҡортостанда ғына түгел, сит өлкәләрҙә лә тыңлауҙарын иҫәпкә алырға кәрәк. Тыңлаусылар, таралыу даирәһе киңерәк булған һайын, реклама биреүселәр өсөн дә арта. Йылдар дауамында беҙҙең менән ихлас хеҙмәттәшлек иткән ойошмалар быға асыҡ миҫал.
Хаҡтар буйынса тулыраҡ мәғлүмәтте беҙҙең рәсми сайтта (www.bash.news) алырға була. Һорауҙарығыҙҙы 2628808@mail.ru адресына яҙа алаһығыҙ. Реклама бүлегенең телефоны: 8 (347) 262-88-08. Һеҙ эшләгеҙ, беҙ эшегеҙҙе күрһәтергә, халыҡҡа мәғлүмәт еткерергә әҙер. Беҙ бергә!