10.08.2019 Был аҙнала кроссвордта кем еңгән?
Гәзитебеҙҙең 31-се һанында сыҡҡан кроссвордтың яуабын беренсе булып ебәреүсе Нәрисә УЙЫЛДАНОВА (Әбйәлилдән) еңеүсе тип билдәләнде, пароль – байопик (инглиз һүҙе, ысын булған кешенең биографияһын бәйән иткән нәфис фильмды аңлата).
Шулай уҡ дөрөҫ яуапты Әлшәйҙән Әлфиә Ғәлиуллина, Фәниә Ғәлимова, Йылайырҙан Венера Абдуллина, Алмас Аблаев, Әминә Лоҡманова, Кәбир Абдуллин, Учалынан Әлфиә Суфьянова, Лилиә Шәғәлина, Хәйбулланан Рәжәп Хәсәнов, Илештән Ғәлимә Ғәлиева, Миәкәнән Гүзәл һәм Булат Мөхәмәтйәновтар, Күгәрсендән Фәһимә һәм Салауат Сыңғыҙовтар, Венера Шәйәхмәтова, Ейәнсуранан Ғәли Ишкинин, Салауат районынан Зөһрә Иштуғанова ебәргән.