09.08.2019 Юл фажиғәләре - 7 август
7 август көнө, республика юлдарында 10 автомобиль аварияһы теркәлеп, бер кеше һәләк булған, 11 кеше яралар алған.
Кисен Стәрлетамаҡта 48 йәшлек водитель "Renault Logan" машинаһында һулға боролғанда ҡаршы килгән "Kawasaki" мотоциклына юл бирмәй (әлегә шулай фаразлана). Һөҙөмтәлә мотоцикл машинаға килеп бәрелә лә, ҡаршы килгән "Лада Приора"ға ла барып ҡаҡлыға. Күҙ асып йомғансы булған был ҡурҡыныс аварияла 31 йәшлек мотоциклист ҡаты йәрәхәтләнгән, ә уның 32 йәшлек пассажиры шунда уҡ йән биргән.
Бынан бер көн алда таң менән Учалы районының Кирәбе яғында "Daewoo Nexia" машинаһы юлдан төшөп китеп, ағасҡа барып бәрелгән. 42 йәшлек водитель менән уның 33 йәшлек пассажиры дауаханаға эләккән.
Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-ҙән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 32 водитель тотолған.