09.08.2019 Владимир Путин был аҙнала төбәк етәкселәре менән күп осрашты
Рәсәй Президенты бер нисә губернатор менән осрашып, төбәктәрҙәге хәл-торошто "беренсе ауыҙҙан" белеште.
Шуныһын да әйтеп үтәйек: тәүҙә аралашыуҙар күршеләрҙең етәкселәре менән булды. Абхазия башлығы килеп китте, Украинаныҡы менән телефондан һөйләште.
Артабан бер-бер артлы үҙебеҙҙекеләрҙе лә ҡабул итте.
Президент Ставрополь край губернаторы Владимиров әфәнденән ял итеү миҙгеле нисек үтеүен һорашты. Диңгеҙ буйында нисек үтһен инде? Әлбиттә, шәп. "Курорт йыйымы" тигән һалым индерҙеләр бит. Быйыл 300 миллион һум килтерәсәк ҡаҙналарына. Уны инфраструктураны үҫтереүгә һаласаҡтар. Был яҡтарҙа ауыл хужалығы ла үҫә.
Волгоград өлкәһе губернаторы Андрей Бочарев белдереүенсә, төбәк илдең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тьәмин итеү өсөн дүрт миллион тоннанан ашыу иген һалған да инде.
Ә Ырымбур өлкәһе башлығы (и.о. ялғауы менән ул әлегә)Денис Паслер Президентҡа халыҡ мәшғүллеге, юлдар торошо, мәктәптәр, һаулыҡ һаҡлау тураһында һөйләне.