08.08.2019 "Слован"ды КХЛ-да үзбәктәр алмаштырасаҡ
Оҙаҡламай башланасаҡ КХЛ беренселегендә тағы бер Европа командаһы булмаясаҡ.
Братиславаның “Слован” клубы Рәсәй чемпионатында алты миҙгел сығыш яһағандан һуң, финанс ауырлыҡтарға һылтанып, миҙгел тамамланыу менән уйнамаясағын белдерҙе. Уға тиклем Чехияның “Лев”, Украинаның “Донбасс” һәм Хорватияның “Медвешчак” командалары ла КХЛ-дан киткәйне. Уларҙың араһынан бер “Лев” хоккейсылары ғына Гагарин кубогының финалына барып етеп, уңышлы ғына сығыш яһаны. Ә инде ҡалғандары уртансылар, хатта ҡайһы саҡ һөйрәүселәр рәтендә йөрөп, үҙенсә чемпионаттың биҙәге тиһәк тә хата булмаҫ, булып торҙо. Әлбиттә, уларҙы алыштырырҙай Швеция, Англия, Италия клубтары менән һөйләшеүҙәр алып барыла, әммә улары әлегә ашығып бармай. Уларҙан алда моғайын, Үзбәкстан вәкиле беҙгә ҡушылыр. Сөнки улар ҙур уйындар ойошторорҙай боҙ майҙансығы төҙөп, сафҡа индерҙе. Хоккей мәктәбе лә эшләп килә. Команда ла бар кеүек, тик уны тулыландырырҙай тәжрибәле хоккейсылар кәрәк Улары ла оҙаҡ тормай, табылыр кеүек...