08.08.2019 Килгән туристар сувенирға нимә алырға тип баш ватмаясаҡ...
Өфөлә "Башҡортостандың туристик сувениры" республика конкурсы үтте.
Тәҡдим ителгән эштәрҙе "Туристик сувенир" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсына нигеҙ һалған Геннадий Шаталов етәкселегендәге эскперт комиссияһы баһаланы. "Боронғо Өфө" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығының Меркатор фонында кеше башы төшөрөлгән "Хан" сувенир продукцияһы бәйгелә беренсе урынды яуланы. Артефакттың төп нөсхәһе музей-ҡурсаулығы фондтарында һаҡлана, ул VII-VIII быуаттарға ҡарай. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество һәм республиканың Хәрби дан музейҙарының сувенирҙары 2-се, 3-сө урындарҙы бүлеште.
Еңеүселәр октябрҙә Һарытауҙа үтәсәк "Туристик сувенир-2019" Бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы финалында ҡатнаша.