06.08.2019 Өфө стоматологтары райондар буйлап йөрөй
Бер аҙна дауамында Республика стоматология поликлиникаһының күсеп йөрөүсе стоматология модуле белгестәре бригадаһы Баймаҡ районының Темәс ауылы халҡына Дәүләт гарантияһы программаһы буйынса бушлай медицина ярҙамы күрһәтте.
Улар «Сәләмәт республика – сәләмәт регион» программаһы сиктәрендә эшләне. Теш табиптары ярҙамына барлығы 189 кеше мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 52-һе – балалар. Өфө табиптары 125 теште дауалаған, өс кешегә тулы рентгендиагностика эшләнгән, 20 кешегә яман шеш ауырыуҙарын ваҡытынан алда асыҡлау буйынса тикшереү үткәрелгән.
5 августан 9 августҡа тиклем стоматология модуле Күгәрсен районы Тәүәкән ауылында эшләйәсәк.