03.08.2019 “Умарк әйткәс, тимәк “Гагарин”лы буласаҡбыҙ...”
“Салауат Юлаев” командаһы һөжүмсеһе Владимир Жарков шулай тип баһаланы Швеция легионерының фекерен.
“Миҙгел һайын беҙгә команда етәкселеге юғары маҡсаттар ҡуя. Һәм беҙ, бөтәбеҙҙә шуға ынтылабыҙ. Умарк та лидер булараҡ, беҙҙе шуға әйҙәй. Уның башында шундай уй икән, тимәк нишләп яуламаҫҡа... Командала көслө, тәжрибәле хоккейсылар йыйылған. Уларҙың һәр береһе маҡсатты аңлай һәм шуға тырышасаҡ”.