04.08.2019 Рәсәй йөҙөүселәре иң уңышлы чемпионат уҙғарҙы
Көньяҡ Кореяла һыу спорты төрө буйынса донъя чемпионаты тамамланды.
Һуңғы ярыш көнөндә Рәсәй йөҙөүселәре бер көмөш һәм ике бронза миҙал менән ҡумтаһын байытты. Беҙҙең билдәле Юлия Ефимова, йәнә бронза миҙал яулап, уҙған беренселектән бер алтын, бер көмөш һәм бер бронза миҙал менән ҡайтты. Хәҙер ул донъя беренселегенең алты тапҡыр чемпионы булып һанала. Шулай уҡ Евгений Рылов та быға тиклем яулаған “алтын” менән “көмөш” янына тағы бер “көмөш”өн һалып ҡуйҙы. Шул уҡ дистанцияла донъя рекордсмены Климент Колесников финишта өсөнсө булды.
Шулай итеп, Рәсәй йыйылма командаһы, бөтәһе 12 алтын, 11 көмөш һәм 7 бронза миҙал яулап, командалар араһында өсөнсө булһа ла, үҙ тарихында иң һөҙөмтәле чемпионаттарҙың береһен уҙғарҙы. Беренсе урында – Ҡытай (16 – 11 – 3). АҠШ – икенсе (15 – 11 – 10).