01.08.2019 Персик-маҙар һатып алып ашап ҡалығыҙ. Юғиһә...
Йәнә лә тыйыу - 10 августан Ҡытай грушалары һәм персиктәре илебеҙҙә дошманға тиңләшәсәк.
Сәбәбе - Россельхознадзор уларҙа карантин объекттары, йәғни беҙҙең тәбиғәткә һәм кешеләргә зыян килтерә торған ҡуңыҙ-ҡорттар, бәшмәктәр, ауырыуҙар тапҡан.
Бынан тыш, слива, нектарин, абрикос, алыча, сейә, черешня, алма, айва ла закондан тыш тип иғлан ителәсәк.
Рәсәй быға тиклем дә "емештәрегеҙ зарарланған" тип Ҡытайға әллә нисәмә тапҡыр дәғүә белдергән. Тик улар ыжлап та бирмәгән.
10 авгусҡа тиклем емеш ашап ҡалығыҙ. Булғандары бөтәсәк, ҡалғандарына хаҡ артасаҡ. Беҙҙәге тыйыу ғәҙәттә хаҡтарҙың күтәрелеүенә килтерә, быға күнегеп бөткәнбеҙ.