31.07.2019 Балалар ҙа таларға тырыша
Бөгөнгө яңылыҡтарҙы, хәбәрҙәрҙе ишет тә ултыра төш инде. Бына тағы бер "бомба".
Өфөлә 5-се класс уҡыусыһы, граната шартлатам, тип янап, биш миллион һум аҡса талап иткән.
Кисә кис Ҡотҡарыу хеҙмәтенә - 112 һандарына - шылтыратҡан ул. Йәнәһе, ҡулында граната, һораған суммала аҡсаны уның иҫәбенә күсермәһәләр, шартлата.
Тотолған шантажсы. Ҡулында бер ниндәй ҙә граната булмаған.
12 йәшлек бала эшеме ни инде был? Әле тикшереү бара.