31.07.2019 Тулундағы һыу баҫыуҙа зыян күргән балаларға ярҙам итергә мөмкин
"Рәсәй уҡыусылары хәрәкәте" 15 авгусҡа тиклем "Дуҫ өсөн рюкзак" акцияһын уҙғара. Илдең төрлө төбәктәренән балалар Иркут өлкәһендәге һыу баҫҡан ауыл-ҡалаларҙа йәшәгән тиҫтерҙәренә мәктәп кәрәк-яраҡтары менән ярҙам итәсәк.
Акцияны Рәсәйҙең Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург, Новосибирск, Өфө, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Омск, Дондағы Ростов, Пермь, Волгоград, Красноярск, Кемеров, Хабаровск, Благовещенск, Ярославль, Чебоксарҙар ҡалалары дәррәү күтәргән. Уларҙа мәктәп әсбаптарын йыйыу пункттары ойошторолған.
Өфөлә бындай пункт Комсомол урамы, 21 адресы буйынса "Башҡортостан пионерҙары" ойошмаһы бинаһында урынлашҡан. Унда ручка-ҡәләм, юйғыс, дәфтәр, пенал, буяуҙар һәм пластилин, рюкзактар килтерергә мөмкин.
Аҙаҡтан был гуманитар ярҙамды "Рәсәй тимер юлдары" Тулунға алып китәсәк. Унда ҡотҡарыусыларҙың Бөтә Рәсәй студент корпусы кәрәк-яраҡты уҡыусыларға таратасаҡ.