30.07.2019 Сибай филармонияһының янған бинаһы ни хәлдә?
Мәғлүм булыуынса, 2015 йылдың сентябрендә Сибай ҡалаһының мәҙәни үҙәгендә - филармонияла оло янғын ҡупты. Ярай кешеләр ҡазаланманы, шулай ҙа Сталин ампиры өлгөһө булған бинаның янғында юҡҡа сығыуы ҡала халҡын үтә ныҡ ҡайғыртты.
Шөкөр, әлеге ваҡытта филармония бинаһы тергеҙелә. "Сибайский рабочий" гәзите мәғлүмәте буйынса, унда төҙөлөш-монтаж һәм ҡороу-төҙәтеү эштәрен аукционды отҡан "Равелин" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте башҡара. Тәүҙә ике йыл дауамында проектлау, экспертиза үткәрелгән. Барлыҡ эштәрҙең үтәлешен БР Капиталь төҙөлөш идаралығы, Мәҙәниәт минситрлығы, ҡала округы хакимиәте контролдә тота.
Әле төҙөүселәр - улар ситтән килгән һәм Сибайҙың үҙенән 43 кеше - опалубка ҡора, каркас ҡуя, бетонлай. Башта эшселәр бинаны тотоусы конструкциялар уттан зыян күргән һәм ауырлыҡты күтәрә алмаҫ тигән фекергә килгән һәм икенсе ҡат япмаларын, стеналарҙы һүткән. Бер юлы нигеҙҙе нығытыу, бинаға каркас яһап, уны иҫке стеналарҙан айырым ҡуйыу башҡарылған.
Төҙөүселәр әйтеүенсә, бинаны тергеҙеүгә ҡарағанда "нуль" циклынан башлау күпкә еңелерәк. Бында улар тар шарттарҙа эшләй. Элекке нигеҙ бут ташынан тигеҙһеҙ һалынған. Шулай ҙа элекке төҙөүселәр эште сифатлы башҡарған.
Иң мөһиме - филармония бинаһының мөһабәт колонналы, портиклы, киң баҫҡыслы ал яғы - фасады һаҡланып ҡаласаҡ. Баҫҡыс та элеккесә ҡалдырыласаҡ, тик таяуҙары күтәреләсәк. Проект бик ҡатмарлы - мәҙәни мираҫ статуслы бина тулыһынса үҙгәртеп ҡороласаҡ, шул уҡ йәһәттән ул үҙенең ампир стилендәге архитектура йөҙлөгөн һаҡлап ҡаласаҡ. Был йәһәттән сибай халҡы борсолмаһа ла була.
Беренсе ҡатта сисенеү-кейенеү, хакимиәт бүлмәләре, тамашалар залы, сәхнә, буфет-ашхана буласаҡ, икенсе ҡатта бейеү залы ҡороласаҡ.
Эштәрҙе 2020 йылдың ноябрендә тамамлау планға ингән. Әлеге ваҡытта эшселәр етешмәгәс эш темпы һүлпәнерәк. Шулай ҙа төҙөүселәр ҡышҡа тиклем бинаның ҡыйығын ҡорорға, унан һуң эстә йөҙлөкләү эштәренә тотонорға ниәтләй.