29.07.2019 Василевский Овечкин һымаҡ аласаҡ...
“Салауат Юлаев” хоккей мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе, әлеге ваҡытта НХЛ-дың “Тампа-Бэй” клубы һағында торған ҡапҡапсы Андрей Василевский килешеүен йәнә һигеҙ йылға оҙайтты.
Яҡташыбыҙ, улар составнда 2016 йылдан сығыш яһап, быйыл контракты тамамланғайны. Команда етәкселеге уның шарттарын яҡшыртып, ҡапҡасыға йылына 9,5 миллион доллар эш хаҡы вөғөҙө итте. Уға өҫтәп ул ошо ваҡыт эсендә бонуслата тағы 45 миллион доллар аласаҡ. НХЛ-да уйнаған Рәсәй уйынсылары араһынан ул эш хаҡы буйынса билдәле Овечкинға етеп, Панариндан ғына ҡаласаҡ.
Уҙған миҙгел Василевский НХЛ ҡапҡасылары араһында юғары уңышҡа ҡаҙанып, "Везина Трофи" призына лайыҡ булды.