29.07.2019 Июлде нисек ҡотҡарырға?
Быйылғы йәй ғәләмәт булды инде. Эҫе көндәрен бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Бына әле лә МЧС иҫкәртә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан белдереүҙәренсә, көн торошо боҙола, ҡырау төшөүе ихтимал.
30 һәм 31 июлдә төндә температура +5, +10 булһа, урыны менән 0 градусҡаса төшөүе лә ихтимал. Унда инде ҡырауҙы көт тә тор.
Көндөҙ ҙә йылы түгел. +13, +18 тирәһе генә. Бик әҙ райондарҙа ғына +23 градус күрһәтә. Июль температураһымы ни инде был?
Урыны менән ямғыр, томан буласаҡ.
Календарҙа әле йәйҙең башланмаған айы бар ҙа. Тик уға ла ышаныс юҡ. Август - көҙ башы кеүек...