26.07.2019 Бер көндә өс алтын һәм бер көмөш миҙал
200 метр араға эстафетала ирекле йәҙәүҙә Рәсәй йыйылма командаһы Австралия спортсыларына ғына отолоп, донъя беренселегендә икенсе булды.
Рәсәй командаһы өсөн Михаил Довгалюк, Михаил Вековищев, Александр Красных һәм Мартин Малютин сығыш яһаны.
Шулай итеп Рәсәй командаһы бөгөнгө көндә өс алтын һәм бер көмөш миҙал яулап, ҙур уңышҡа ҡаҙанды. Хәҙер улар иҫәбендә - 12 алтын, 9 көмөш һәм 4 бронза миҙал.