25.07.2019 «Башавтотранс»ты Надир Сәмиев етәкләне
«Башавтотранс» ДУП-һын вазифаны биләүгә конкурс һөҙөмтәһе буйынса Надир Сәмиев етәкләне. 2018 йылдың октябренән ул предприятиены генераль директор вазифаһын башҡарыусы статусында етәкләне.
Надир Сәмиев 1967 йылдың 8 февралендә Балтас районының Көндәшле ауылында тыуған. Башҡорт ауыл хужалығы институтын ауыл хужалығы механизацияһы һөнәре, Көнсығыш-иҡтисади юридик гуманитар академияһын юриспруденция һөнәре буйынса тамамлаған.
Комбайнер ярҙамсыһы, инженер-энергетик, Башҡорт ауыл хужалығы институты лабораторияһы мөдире, «Мирмекс» ғилми-етештереү индереү берләшмәһенең тәьмин итеү бүлеге инженеры, «Вторресурсы» муниципаль етештереү-коммерция предприятиеһы баш инженеры булып эшләгән.
1996-2015 йылдарҙа Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса эске эштәр органдарында хеҙмәт иткән, тыл тәьминәтен ойоштороу идаралығы етәксеһе вазифаһында полиция полковнигы дәрәжәһендә отставкаға сыҡҡан. 2015 йылдан «Башавтотранс» филиалын – 1-се Өфө пассажирҙар ташыусы автотранспорт предприятиеһын етәкләгән.