24.07.2019 Баймаҡ районында ҡырағай киндер юҡ ителде
РФ Эске эштәр министрлығының Баймаҡ районы буйынса наркотиктар әйләнеше буйынса контроль төркөмө хеҙмәткәрҙәре ҡырағай киндер үҫкән урындарҙы асыҡлаған. Бөгөнгә 18 гектар майҙанда ауыр техника ярҙамында зарарлы үҫентеләр юҡ ителгән.
Киндер үҫкән урындарға полиция хеҙмәткәрҙәре «Мәк-2019» ваедомство-ара комплекслы оператив-иҫкәртеү операцияһы мәлендә барып сыҡҡан. Аҙаҡ ул ерҙәрҙе тракторҙа һөргәндәр.
Ҡырағай киндер үҫкән урындар асыҡланғас, хоҡуҡ һаҡлаусылар граждандарға һәм ауыл биләмәләре башлыҡтарына уларҙы юҡ итергә күрһәтмә бирә. Әгәр ҙә урында йәшәүселәр быны эшләмәһә - штраф һалына.
Әле республика полицияһы наркотик үләндәр үҫкән урындарҙы асыҡлауын дауам итә.