24.07.2019 Әлеге мәлдә Учалы филармонияһында "Йәйге музыкаль кубок" кубоктар лигаһы үтә
Башҡортостандың иң яҡшы биш командаһы Европа һәм Азия сигендә осрашты: Сибайҙан "Әстәғәфирулла", Көйөргәҙенән "Шаҡмаҡ", Күгәрсен районынан "Ритайым", Өфөнән "Һигеҙенсе ырыу" һәм "Нөктә.ру".
Хәтәр күңелле, ҡыҙыҡ сығыштар - сараға килмәй ҡалғандар үкенһендәр, әйҙә! Көнүҙәк мәсьәләләр, көн геройҙары һәм антигеройҙары, тапҡыр, йор һүҙҙәр, шаяртыуҙар, көлөүҙәр - быларҙың барыһы ла башҡортса КВН, дуҫтар!
"Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ ролен башҡарыусы" тип Зарина Исмәғилева табылһа (был уйында берҙән-бер талантлы гүзәл зат та ул), "Иң яҡшы ир-егет ролен башҡарыусы" тип Айса Ейәнбаев аталды, ә "Иң яҡшы шаяртыу өсөн" "Ритайым" командаһы бүләкләнде.
Һәр командаға ҡатнашыусы дипломы тапшырылды. Ә еңеүсе команда - "Һигеҙенсе ырыу"! Йәйге музыкаль кубок уларҙа!