23.07.2019 Юл фажиғәләре - 22 июль
Кисә, 22 июлдә, республика юлдарында 14 автомобиль аварияһы теркәлеп, ике кеше һәләк булған, 22 кеше яралар алған.
Стәрлетамаҡта көндөҙ 33 йәшлек водитель ҡатын "Лада Гранта"ла "Renault Duster"ға юл бирмәй, бәрелеп, фажиғәгә тарый - аварияла "Renault"ның 58 йәшлек водителе йән бирә.
Кисен Өфө районында 47 йәшлек водитель "Scania" йөк машинаһында "Audi Q5" машинаһына бәрелә (еңел машина һулға боролор өсөн туҡтаған була). Бәрелеш еңел машинаны ҡаршы килгән микроавтобусҡа ырғыта. Микроавтобустың 48 йәшлек водителе (Силәбе өлкәһенән була ул) "Тиҙ ярҙам" машинаһында йән бирә, ә уның 58 йәшлек пассажиры дауаханала ята. Шулай уҡ "Audi"ның 28 йәшлек пассажиркаһы ла травмалар менән дауаханаға эләгә.
Тәүлек эсендә Дәүләт юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан 2200-дән ашыу юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осрағы теркәлгән, эскән килеш руль артына ултырған 43 водитель тотолған.