22.07.2019 Аҙ килемле ғаиләләргә торлаҡ биреләсәк
РФ Президенты ҡарары буйынса, аҙ килемле ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итәсәктәр. Тик торлаҡ уларға йәшәп тороу өсөн генә биреләсәк.
Был хаҡта ул ”Жилье и городская среда” милли проекты сараһы барышында әйтте. Президенттың тәҡдиме ағымдағы йылдың 10 октябренә тиклем белгестәр тарафынан ҡараласаҡ.
2024 йылға тиклем төҙөлөүсе торлаҡтарҙың майҙаны артасаҡ – 120 миллион квадрат метрға тиклем етәсәк. Майҙандың артыуы сифатҡа тәьҫир итергә тейеш түгел, тине Президент.