20.07.2019 Беҙҙең волейболсылар – донъяла беренсе!
Рәсәй йыйылма командаһы икенсе йыл рәттән Милләт-ара лигала еңеүсе булып танылды.
Ул финалда көслө АҠШ командаһын 3:1 (25:23, 20:25, 25:21, 25:20) иҫәбенә отоп, уңышҡа өлгәште. Төркөм осрашыуында беҙҙекеләр уларҙан 3:0 иҫәбенә еңелгәйне. Былтыр беҙҙең уйынсылар француздарҙы 3:0 иҫәбенә ҡыйратып, беренсе тапҡыр уйнатылған турнирҙа еңеүсе булғайны.
Польша волейболсылары Бразилия командаһын 3:0 иҫәбенә еңеп, өсөнсө урынға сыҡты.