18.07.2019 "Боҙом"дан ҡотолоу хаҡы 160 мең һумдан ашыу.
Өфө ҡалаһында йәшәүсе 70 йәшлек ҡатын, "боҙом"дан ҡотолам, тип, аҡсаһынан һәм алтын биҙәүестәренән ҡолаҡ ҡаҡҡан. "Боҙом"дан ҡотолоу хаҡы 160 мең һумдан ашыу.
Полиция хеҙмәткәрҙәре асыҡлауынса, дүрт көн элек был ҡатындың фатирына ят бер бисә шылтыратып, аҙыҡ алыр өсөн саҡ ҡына булһа ла аҡса биреүен үтенгән. Изге күңелле пенсионерка уның хәленә инеп, икмәк-тоҙлоҡ аҡса сығарған. Әңгәмә барышында ят бисә рәхмәт йөҙөнән пенсионеркаға боҙомдан арындырырға тәҡдим иткән. Пенсионерка, ышанып, уны фатирына индергән. Бисәнең йоғонтоһона бирелеп, өйҙәге бөтә аҡсаны, биҙәүестәрҙе таҫтамалға урап һалған. Бисәкәй төргәккә әпсен-төпсөн итеп, уны хужабикәгә тотторған да, мендәр аҫтына йәшереп, өс көн асмаҫҡа ҡушҡан. Эскерһеҙ пенсионерка төргәкте дүртенсе көндө генә асып ҡараһа - унда бәҙрәф ҡағыҙы ғына ятҡан. Шаҡ ҡатҡан ҡатын был турала яҡындарына һөйләргә лә ҡурҡып йөрөгән әле ул бер әҙере, аҙаҡ түҙмәй, һөйләп биргән. Ире һәм балалары уны полицияға ғариза яҙырға күндергән.
Әлеге ваҡытта был факт буйынса енәйәт эше асылған.
Яңынан иҫкәртәбеҙ һеҙҙе, дуҫтар:
Боҙомдан, күҙ тейеүҙән ҡотҡарырға үҙенең хеҙмәтен тәҡдим итеүселәр - муттар! Ундай әҙәмдәргә ышанмағыҙ!
Яттарҙы фатирығыҙға индермәгеҙ, айырыуса өйҙә яңғыҙ булғанда. Әгәр ҙә кемдер, учреждение хеҙмәткәремен, тиһә, документтарын күрһәтеүҙе талап итеп, ойошмаһына шылтыратып белешегеҙ.