18.07.2019 Туристар Төркиәне һайлай
Кемдәрҙе генә алма, һәр икенсе танышыбыҙ Төркиәлә ял итә. Мосолман иле үҙенең йылы һауаһы, путевкаларҙың да башҡа илдәргә ҡарағанда осһоҙ булыуы менән ылыҡтыра.Ике бала менән ике оло кешегә хатта 100 меңгә лә ашығыс һатылған тур табырға була.
Төркиә отелдәре июлдә-августа урынлашыуға хаҡтарҙы 10-15 процентҡа кәметкән. Хаҡтарҙы ҡапыл күтәргән отелдәр туристар етмәүенә зарланған.
Быйыл унда биш айҙа 1,5 миллион турист булған. Ҡырымға барыуға ҡарағанда Төркиәлә ял итеү осһоҙға төшкәндә,билдәле, Урта диңгеҙҙәге ялды һайлайбыҙ инде.