18.07.2019 "Уралсиб" түбәһенә оя ҡорған ыласындар ни хәлдә?
Өфөнөң "Уралсиб" банкы бинаһы түбәһендә йәшәгән ыласындар хаҡында күптәр ишеткәндер.
Май айынан алып орнитологтар һәм ҡырағай тәбиғәтте һөйөүселәр Өфөнөң иң бейек бинаһына оя ҡорған ыласындарҙы онлайн режимда күҙәтә. Инә ҡош дүрт йомортҡа һалып, уның икәүһенән генә ҡошсоҡтар моронлап сыҡты. Уларға Себер һәм Уралочка тип исем ҡуштылар. Ҡоштарҙың миграцияһын күҙәтеү өсөн ыласындарҙы балдаҡланылар. Уникаль онлайн – трансляция аша ҡошсоҡтарҙың тәүге осош яһауы ла билдәле булды.
Әйткәндәй, "Уралсиб"тың түбәһенә ыласындар биш йыл элек оя ҡорған. Хеҙмәткәрҙәр барлыҡ офис менән уларҙың яҙмышы хаҡында борсола.
Өфөнөң төрлө райондарында орнитологтар тарафынан тағы ете пар ыласын теркәлгән.