18.07.2019 Селим Байрактар Өфөгә килә
Август айында Өфө "Көмөш Аҡбуҙат" IV Халыҡ-ара милли һәм этник кино фестивален ҡабул итәсәк.
Байрамды асыу тантанаһы 24 августа "Башҡортостан" дәүләт концерт залында үтә. Быйыл фестивалдә 48 фильм ҡатнаша, жюри рәйесе – танылған театр һәм кино актеры, Рәсәйҙың халыҡ артисы Сергей Шакуров.
Конкурстан тыш программала һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала төшөрөлгән фильмдар, Рәсәй һәм сит илдәрҙең документаль картиналары, башҡорт киноһына нигеҙ һалыусы Әмир Абдразаҡовтың ижады күрһәтелә. Шулай уҡ кино сәнғәте буйынса белгестәр менән осрашыуҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Фестивалгә "Великолепный век" сериалы актеры Селим Байрактар килеүе лә көтөлә.
Фестивалгә инеү ирекле. Фильмдар "Родина" кинотеатрында күрһәтеләсәк.