18.07.2019 Ике атай менән йәшәгән
Мәскәүҙә дауаханаға эләккән бала табиптарға үҙенең ике атай менән йәшәүе хаҡында һөйләй.
Аҡ халатлылар Тикшереү комитетына һәм прокуратураға мөрәжәғәт итә. Бала ауыҙынан сыҡҡан һүҙ дөрөҫләнә – уны тәрбиәгә алған пар гомосексуалистар булып сыға. Баҡһаң, улар 2010 йылда ике малайҙы уллыҡҡа алған һәм “улар алдында традицион булмаған ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалай, бының менән балаларҙың һаулығына һәм рухи үҫешенә зыян килтерә”.
Балалар омбудсмены Анна Кузнецова әйтеүенсә, Рәсәй закондары балаларҙы традицион булмаған мөнәсәбәттәрҙән һаҡлай,уларҙы бер енесле парҙарға уллыҡҡа бирергә рөхсәт итмәй.
Был хәлгә юл ҡуйған Мәскәүҙең социаль яҡлау бүлеге чиновниктарына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылды.