18.07.2019 Өфөлә Ботаника баҡсаһы үҫемлектәре вандалдарҙан зыян күргән
Баш ҡалала урынлашҡан Көньяҡ Урал Ботаника баҡса-институтында вандаллыҡ осрағы теркәлгән.
Баҡтиһәң, кешеләр баҡсаға оло сумкалар менән килеп, үҫемлектәрҙе төбө-тамыры менән йолҡоп, ботаҡтарын һындырып алып ҡайталар. Әлеге мәлдә сыбыҡсанан үрсетеү (черенкование) мәле, шуға күрә лә һирәк осраған һәм коллекциялы үҫемлектәрҙе йәлләп тормайҙар.
«Баҡсаға килеүселәр секатор тотоп килә, ҡайҙа теләйҙәр шунда сыбыҡсаларҙы киҫеп алалар. Ҡайһы берәүҙәренә эш ҡоралы ла кәрәкмәй. Бөгөн бер ҡатын хоста үҫемлеген тамырҙары менән йолҡҡан һәм күп кенә үҫемлектәрҙең ботаҡтарын һындырып алған», — тип белдерҙе учреждениеның өлкән хеҙмәткәре Надежда Рязанова.
Баҡса хеҙмәткәрҙәре ҡатындың ҡулынан дүрт төр рауза, ике сорт бумала баш гортензия, ағас кеүек гортензия, өс сорт яран, тис, ике төрлө артыш, биш төр туя ботаҡтарын тартып алған. Ул йәмғеһе 20 төр коллекция үҫемлегенә зыян килтергән.
Өфө Ботаника баҡсаһы федераль әһәмиәттәге айырыуса һаҡланған биләмәләр исемлегендә тора. Унда үҫемлектәргә зыян килтереү, уларҙың өлөштәрен, шул иҫәптән орлоҡтарын йыйыу тыйыла. Был шарттарҙы боҙған кешеләргә штраф һалына.
Өлкән кешеләрҙең шулайтып тәмһеҙләшеп йөрөүенә шаҡ ҡатырлыҡ.