18.07.2019 Владимир Путиндың яңы указы
Рәсәй Президентының Украина граждандарына бәйле указы сыҡты.
Документҡа ярашлы, Рәсәй паспорттарын ябайлаштырылған тәртиптә алыу хоҡуғына эйә булған граждандар исемлеге киңәйҙе.
Бығаса әлеге ваҡытта Донбаста көн итеүселәр беҙҙең ил гражданы була ала ине (теләһә, әлбиттә), хәҙер иһә 2014 йылға тиклем дә Донецк, Луганск республикаларында йәшәүселәргә лә паспорт алыу йәтеш буласаҡ. Бының өсөн ни бары шунда йәшәгәнеңде иҫбатлаған ҡағыҙ ғына кәрәк.
Рәсәйҙең был яҡтарҙағы яңы граждандары беҙҙә уҡый, эшкә урынлаша, йәшәй ала.