17.07.2019 Иртә лә томан...
БР Гидрометеоүҙәге хәбәр итеүенсә, был аҙнала көн торошо төрлө буласаҡ.
Аҙна уртаһында ямғырҙар бер аҙ кәмеп, аҙна аҙағында тағы ҡоясаҡ.
Һауа температураһы республиканың көнсығышында норманан 2-3 градусҡа күберәк, башҡа ерҙә нормаға ярашлы.
18 июлдә төнөн һәм иртән юлдарҙа томан, айырым райондарҙа йәшенле ямғырҙар, елдең секундына 14 метрға тиклем көсәйеүе көтөлә.