17.07.2019 Иң ҙур медузаны күргегеҙ киләме?
Был ғифритте Бөйөк Британияның яр буйында фотоға төшөргәндәр. Корнуолл графлығы янында биолог һәм телевидение алып барыусыһы Лиззи Дейли һыу аҫтында алыҫта персик төҫөндәге болот абайлаған. Яҡыныраҡ йөҙөп барып ул ғәләмәт ҙур медузаны күреп ҡалған.
- Тәүҙә миндә шок булды, - тип белдергән Лиззи. - Мин бер ҡасан да бының кеүек ҙур медузаларҙы күргәнем булманы.
Белгестәр был йән эйәһен тамырауыҙ (корнерот) тип таныған. Ул бәләкәй сағында бер миллиметр оҙонлоғонда ғына булып, аҙаҡтан ныҡ ҙурая. Бассейн-маҙарҙа тотҡонда үҫтергәндә медуза артыҡ үҫмәй, ә бына иректә ваҡ ҡыҫала, балыҡтарҙы ашап шулай ғифриткә әйләнә.
Тамырауыҙҙар башлыса бөйөк Британия буйында һәм Урта диңгеҙҙә тереклек итә.