16.07.2019 Көслө ел...
Башҡортостанда көн боҙола, тип хәбәр итә синоптиктар.
16 июлдә республика буйынса урыны менән йәшенле ямғырҙар, елдең көсәйеүе (15-20 м/с тиклем) көтөлә. Төндә республиканың төньяғында көслө ямғырҙар, айырым райондарҙа ҡуйы томан буласаҡ.
Зинһар, дуҫтар, һаҡ булығыҙ! Ябай һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!