17.07.2019 Уйнап алайыҡ әле - "Почта"
Уйнаусылар хат ташыусыны һайлап ҡуя. Почтальон тирәләй теҙелеп ултырғас, һәр бала үҙенә “адрес” – берәй ҡала исемен ала. Хат ташыусы балаларҙан:
– Хат юҡмы? – тип һорай.
– Бар.
– Ҡайҙа ебәрәһегеҙ?
– Баймаҡҡа. Унан беҙгә бысҡы, бәлеш, бүрәнә, бурһыҡ, бал, бирсәткә, балта ебәрһендәр, – ти береһе.
Йәғни хат ҡайһы ҡалаға ебәрелә, ошо ҡала исеменең баш хәрефе менән башланған 5 – 8 әйбер һорала. Был “хат”ты алған почтальон түкмәй-сәсмәй Баймаҡ исемен алған балаға еткерергә тейеш. Ул үҙ сиратында икенсе “адрес” буйынса “хат” ебәрә. Әйберҙәрҙе бутаған йәки онотҡан өсөн почтальонға “яза” бирелә – уны икенсе берәү алмаштыра.
“Хат ташыусы” уйыны балала иғтибарлылыҡты арттыра, хәтерҙе үҫтерә.