15.07.2019 «Ҡош юлы-2019» бард фестивале еңеүселәре билдәле булды
13 июлдә Ишембай районының Аҙнай ауылы янында башҡорт бардтары «Ҡош юлы-2019» фестиваленә йыйылды.
Шиғриәт конкурсында төп призды Айһылыу Дауытова яулаған. Гитарала иң оҫта уйнаусы тип Нәғим Шәрипов табылған.
«Был еңеү минең өсөн көтөлмәгән булды», - белдерә Айһылыу. Ә бына Нәғим конкурста еңәсәгенә алдан ышанған булған.
Фестивалға йыйылыусылар ижади бәйгенән тыш волейбол, футбол кеүек спорт уйындарында көс һынашты. Бер юлы улар тимбилдинг, «түңәрәк өҫтәл» һәм колорфест сараларында ҡатнашты. «Ҡош юлы-2019» байрамы «Беҙ бергә» төркөмө концерты менән тамамланды.