11.07.2019 Юлдарҙа ҡырыла халыҡ
Халыҡтың йәшәү кимәле күтәрелеп, һәр икенсе ғаилә автомобиль һатып ала бит, уның менән юл фажиғәләре лә арта. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, юлда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә онотабыҙ,ашығабыҙ,тигеҙ юлдан юғары тиҙлектә елдерергә яратабыҙ.
Быйыл Башҡортостан юлдарында 1707 авария булған. Уларҙа 178 кешенең ғүмере өҙөлгән, 2175 кеше төрлө йәрәхәттәр алған. Ҡараңғыла китеп барғанда күрмәй, йәки юл аша сыҡҡанда 41 йәйәүлене тапатҡандар.
Ҡырыла халыҡ, ҡырыла… Ошо юл һәләкәттәренән һабаҡ ала белмәйбеҙ…