09.07.2019 Өфөлә бөтә донъянан спортсы балалар йыйылды
Бөгөн республикабыҙҙың баш ҡалаһында 53-сө Йәйге халыҡ-ара балалар уйындары башланасаҡ
Беҙгә 35 илдән 1,5 меңгә яҡын йәш спортсы килде. 12 – 15 йәшлек үҫмер балалар еңел атлетика, йөҙөү, футбол, фехтование, пляж волейболы, баскетбол 3x3, дзюдо, грек-рим көрәше һәм ҡаяға менеү спорт төрҙәре буйынса ярышасаҡ.
Балалар ярышына килгәндә, ул 1968 йылдан алып уҙғарыла. Беҙҙә иһә, СССР заманынан һуң (1990 йылда Ужгород ҡалаһында уҙа), беренсе тапҡыр уҙғарыла.
Ярыштар Өфөнөң төрлө спорт майҙанында үтәсәк.