09.07.2019 Ире арҡаһында ҡатыны төрмәгә ултырасаҡ: Луиза Хәйруллина урлаған аҡсалар ҡайҙа икәне мәғлүм булды
Салауат ҡалаһында банкта тиҫтәләрсә миллион һум аҡса урлап, аҙаҡ Ҡазанда йәшенгән Луиза Хәйруллинаны ҡулға алғанда, хоҡуҡ һаҡлаусылар фатирҙа аҡсаларҙы тапмаған.
Баҡтиһәң, Луизаның ире Марат был сама гигант сумманы ҡомарлы уйындарға тотонған. Бының турала "РИА новости" мәғлүмәт агентлығы белдерә. Улар был мәғлүмәтте хоҡуҡ һаҡлаусыларҙан алған. Марат аҡсаның ҡайҙа иткәнен үҙе әйткән.
Тиҙҙән Марат Хәйруллин Мәскәүгә популяр телевизион тапшырыуға барасаҡ. Унда ул тура эфирҙа Рәсәй халҡынан аҡса йыйырға ярҙам һорарға ниәтләй. Аҙаҡ йыйылған сумманы ул кире банкка ҡайтарам, шуның менән ҡатынымдың хәлен судта еңеләйтәм тигән.
Әлеге ваҡытта Луиза Хәйруллина тәфтиш изоляторында бер кешелек камерала тотола.