05.07.2019 Ашығыс хәбәр! Луиза Хәйруллина тотолған!
Май айында Салауат ҡалаһының "Россельхозбанк" офисынан тиҫтәләрсә миллион һум аҡса һәм валюта урлап, ғаиләһе менән эҙһеҙ юғалған Луиза Хәйруллинаны полиция хеҙмәткәрҙәре Ҡазан ҡалаһында ҡулға алған.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар ҡасҡалаҡтарҙы ҡуртымға алынған фатирҙа йәшәп ятыуын асыҡлаған.
Әле Луиза менән оператив тәфтиш саралары үткәрелә, аҡсаларҙы ҡайҙа иткәнен асыҡлайҙар тип белдерҙе Рәсәй Эске эштәр министрлығының рәсми вәкиле Ирина Волк.