05.07.2019 Владимир Путин "Истанбул форматы"ндағы осрашыуҙа нимә һөйләр?
Шундай ҡағиҙә бар: ҡайһы илдә ҙур көрсөк һәм бола, шуның буйынса уртаға һалып, икенсе бер тыныс илдә һөйләшәләр. Әле Яҡын Көнсығыштың Сүриәһендә тыныс түгел. Уттың ҡап уртаһында Рәсәй армияһы булды ла инде.
Оҙаҡламай был ил буйынса һөйләшеүҙәр Төркиәнең Истанбул ҡалаһында үтәсәк. Унда беҙҙең Президент Владимир Путин да ҡатнаша.
Осрашыу йә августа йә сентябрҙә буласаҡ. Был хаҡта тәүҙә Төркиә Президенты Рәжәп Эрдогандың ышаныслы кешеһе Ибраһим Калын белдергән. Һуңғараҡ быны Владимир Путиндың матбуғат секретары Дмитрий Песков та раҫлаған.
Калын әфәнде әйтеүенсә, Сүриә буйынса саммитта дүрт ил ҡатнаша: Рәсәй, Төркиә, Германия, Франция.
Ә Песков әфәнде һүҙҙәренсә, өс ил лидеры осраша: Рәсәй, Төркиә һәм Иран. Был сара август урталарында булыуы ихтимал. Беҙҙең ил башлығының эш планында уға әҙерлек бар.