04.07.2019 Йыр-моң һөйгән яҡташтар иғтибарына
Мәскәүҙә йырларға яратҡан башҡорттар йәшәйҙер бит?
Тауышы һәм моңо, айырыуса йырларға теләге булған музыка һөйөүселәрҙе, шулай уҡ вокалды һөнәр итеп алған йырсыларҙы Мәскәү ҡалаһындағы Башҡорт академия хорына саҡыралар.
Хорҙа йырларға теләгегеҙ булһа, ошо телефон номеры буйынса хәбәр итегеҙ: 8 985 211 0195 (WhаtsApp) йәки ВК-ла Радмир Муфтахинға (@radmirmuftakhin) яҙығыҙ.
Хор менән Илфат Баязитов етәкселек итә. Илфат - Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһын тамамлаған йәш белгес бик талантлы кеше. Халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конкурстары лауреаты Мәскәү дәүләт мәҙәниәт институтында уҡыта, "Русский канон" хорында хормейстер булып эшләй.
Белешмә өсөн: Башҡорт академия хоры Башҡорт мәҙәниәт үҙәгендә ойошторола. Башҡортостандың Рәсәй Президенты янындағы тулы вәкәләтле вәкиллеге инициативаһы менән асылған үҙәктә "Сәсән" ижади берекмәһе, "Алтын Ай" һәм "Шоңҡар" бейеү коллективтары, "Zaman" төркөмө эшләй. Әйткәндәй, үҙәктең етәксеһе, билдәле музыкант Радмир Муфтахин Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында "Төбәктәрҙә башҡорт мәҙәниәте үҙәктәрен үҫтереү" концепцияһын тәҡдим итеп, был проект резолюцияға инде.