04.07.2019 Аршавинға былары ла аҙ...
Элекке Рәсәй йыйылма командаһының билдәле футболсыһы Андрей Аршавин икенсе ҡатыны – Алиса Кузьмина менән дә оҙаҡ тормай айырылышырға булды.
Уларҙың уртаҡ ике йәшлек ҡыҙҙары бар. Ҡатыны ҡыҙы өсөн Андрейҙан айына 400 мең һум күләмендә алимент талап итеп судҡа мөрәжәғәт итте. Әлеге ваҡытта футболсы биш йыл буйы күрмәгән беренсе ҡатыны – Юлиә Барановскаянан ҡалған өс балаһы менән ваҡытын уҙғара. Уларға ла ул эш хаҡының 50 процентын түләй.
Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә таянғанда, Аршавиндың килеме уйнамай ғына 669 мең долларға тиң…