04.07.2019 Була бит дыуамал ҡыҙҙар
Була бит шундай законға буйһона белмәгән дыуамал холоҡло ҡыҙҙар.
Өфөнөң Ленин районы суды ялған документ ҡулланғаны һәм ҡабаттан иҫерек килеш автомобиль йөрөткәне өсөн 29 йәшлек ҡыҙҙы хөкөм иткән. «Ҡырын тейәргә» яратҡан туташ Audi Q5 автомобиле менән идара итеп, 2016 йылда ике йылға водитель таныҡлығынан мәхрүм ителә. Һуңынан интернет аша ялған таныҡлыҡ эшләтеп ала. «Право» ға ҡыҙҙың фотоһы ҡуйылһа ла, икенсе кешенең мәғлүмәттәре яҙыла. 2017 йылдың декабрендә тағы иҫерек килеш Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙарына эләгә. Документ эшләү махинацияһы асыҡланғас, тәртип боҙоусыға енәйәт эше асалар. Элек тә ул ялған танытма менән йөрөгәне өсөн яуаплылыҡҡа тарттырылған булған.