04.07.2019 Белоретта "Вечный зов" фильмында төшөрөлгән ағас күпер емерелгән
Совет мәлендә экрандарға сыҡҡан "Вечный зов" сериалын күптәр яратып ҡараны һәм ҡарай. Ундағы бер күренештә геройҙар оҙон ағас күперҙән үтә. Баҡтиһәң, ул Белорет ҡалаһы янында быуа аша һалынған.
Ҡоролманы үткән быуаттың 30-сы йылдарында металлургия комбинаты төҙөгән һәм аҙаҡ тәртиптә тотҡан булған. Оҙонлоғо 550 метр булған күпер һуңынан хужаһыҙға әйләнгән. Һуңғы бер нисә йылда уның аша үтеүҙе тыйҙылар. Ремонтлау өсөн 30 миллион һум, емереү өсөн 4 миллион һум аҡса талап ителгәс, күперҙе бикләп ҡуйҙылар.